Сәбирйәнова Лиана Илшат кыҙы

Баланың мейеһе бармаҡ осонда «урын­­лашҡан». Бармаҡ уйындары ба­ла­ның ҡул мускулдарын нығытыуға, иғ­ти­­барын, хәтерен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә булышлыҡ итеү менән бер рәттән, телмәр үҫешенә лә ҙур йоғонто яһай.

Ҡул моторикаһы үҫешмәгән балалар ҡалаҡ йә ҡәләмде насар тота, аяҡ кейеменд­әге бауҙы бәйләй, өҫ кейемендәге төймәләрҙе эләктерә алмай. Уларға конструкторҙың деталдәрен йыйыу­ы, пазлдар, иҫәп таяҡсалары, мозаика менән эшләүе лә ҡыйын. Башҡ­а балалар яратып башҡарған пласти­лин әүәләү, аппликация яһауҙан да улар баш тарта. Бындай балаларҙың аң кимәле шул рәүешле башҡаларҙан артта ҡала бара.

Ғөмүмән, был балаларҙың донъяны танып белеүе лә етерлек кимәлдә үҫешмәй. Ҡул моторикаһының үҫешмәүе сабыйҙа­рҙың күңел торошона, үҙ-үҙҙәрен баһалауына ла йоғонто яһай. Ваҡыт үтеү менән бындай балаларға яҙырға өйрәнеүе лә ҡыйынға тура килә. Шуның өсөн ата-әсәләргә һәм белгестәргә ваҡ моторика үҫешенә ҙур иғтибар бүлеү кәрәк. Мәҫәлән, 2,5 йәштә балаға кеше һүрәтен яһарға, төймәләр эләктерергә иртәрәк, әммә 4-5 йәштә улар таҫма, аяҡ кейеме бауҙарын бәйләй, кеше һүрәт­ен төшөрә белергә тейеш.

Балалар баҡсаһында бармаҡ уйындары менән таныштырыуҙы кескәй­ҙәрҙән башлап бер нисә төркөмгә бү­леп ойоштороло. Тәүгеһендә балаға әйлә­н­ә-тирәләге предметтар, хайуандар бармаҡтар ярҙамында күрһәтелә. Был осраҡ­та күләгә театры (теневой театр) ҡулланыла. Фигураларҙы йомаҡ­тар, ҡыҫҡа юллы шиғырҙар менән бәйләү баланың телмәрен үҫтереүгә булыш­лыҡ итә, ишетеү һәләтен камиллаштыра, ҡыҙыҡһыныуын уята. Бармаҡ театр­ын да балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән башҡара.

Өлкәнерәк балалар менән төҫлө таяҡсаларҙан төрлө фигуралар төҙөйбөҙ. Уйындың был төрөндә балалар төҫтәр менән бергә геометрик фигураларҙы ла ҡабатлай. Шулай уҡ пунктир һыҙыҡтарҙы тоташтырыу ҙа балалар өсөн бик файҙалы.

Ҡул хәрәкәтсәнлеген үҫтереү түбәндәге ҡағиҙәләр ярҙамында тормошҡа ашырыла:

    Баланы мәжбүр итергә ярамай, эште уға оҡшаған күнекмәләрҙән башлау зарур.

    Күнекмәләр даими ҡабатланырға тейеш.

    Баланың иғтибары һәм ҡыҙыҡһыныуы тиҙ кәмей, шуға күрә дәрестәр 3 йәшкә тиклем 5 минут тәшкил итһә, артабан ваҡыт һәм уйындар күләме арта бара. Эш процесында бала өсөн уңайлы темп һайлау ҙа мөһим.

«Юл һалыу». Балаларға фломастер менән ҡағыҙ битендә машинаның барған юлын күрһәтергә ҡушыу: «Тура барабыҙ, уңға боролабыҙ, алға елдерәбеҙ, һул яҡҡа китәбеҙ…».

«Хәреф төҙөү». Балаларҙан баҫма хәрефтәр төҙөү өсөн элементтар һайлатыу. Хәреф элементтары иҫәбе буйынса алфавит төҙөү.

Фланелеграфта овалдан, түңәрәктән, таяҡсанан һәм башҡа элементтарҙан хәрефтәр төҙөү.

«Иғтибарлы бул». Бер элементтан (О,С), ике элементтан (У, Г, З, Р) , өс элементтан торған хәрефтәр яҙырға.

Ғөмүмән, маҡсатҡа ярашлы эш һөҙөмтәһендә генә балаларҙың иғтибары, зиһене үҫешә. Ә проблемаларҙы алдан күреү, диагностикалау, уларҙы ваҡытында хәл итеү — уңыштың нигеҙе.

Автор

sabiryanovali@mail.ru

Похожие записи