Сәбирйәнова Лиана Илшат кыҙы

  1. Баланы көн режимын үтәргә өйрәтегеҙ.
  2. Өйҙә уҡыусы мөйөшөн булдырығыҙ.
  3. Балала мәктәпкә һәм уҡытыусыларға һөйөү тәрбиәләгеҙ.
  4. Баланы тәртип ҡағиҙәләрен үтәргә өйрәтегеҙ, һәр уйын ҡағиҙәгә буйһонһон.
  5. Бала хеҙмәтте яратып үҫһен. Унда ябай ғына хеҙмәт күнекмәләре тәрбиәләгеҙ. Өйҙә уның үҙ вазифаларын билдәләгеҙ (һауыт-һаба йыуыу, өйҙө йыйыштырыу, кер йыуыу, энә, кайсы менән файҙаланыу, аш-һыу әҙерләү, өҫтәл әҙерләү, сәскәләр бағыу, бахсала ҡулынан килгән эште башҡарыу, үҙенең урынын йыйыштырыу, магазинға барыу).
  6. Баланың организмын сыныҡтырыу хәстәрлеген күрегеҙ (зарядка, теш таҙартыу, саңғыла, конькиҙа һәм велосипедта йөрөү, йөҙөү, ҡул тубы уйнау, шашка һәм шахматта уйнау һ.б.)
  7. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәтегеҙ.
  8. Баланың логик фекерләүен үҫтерегеҙ, уның өсөн хисаплау ҡағиҙәләрен өйрәнегеҙ (тигеҙ, күп, аҙ, бейек, түбән, оҙонораҡ, ҡыҫҡараҡ, йоҡараҡ- ҡалыныраҡ, оло-кесе һ.б. Әйберҙең формаларын отоп алыу күнекмәләрен өйрәтегеҙ).
  9. Тәбиғәт менән таныштырығыҙ: йыл миҙгелдәренең алмашыуы, йорт һәм ҡырағай хайуандар, ашарға ярашлы һәм ағыулы бәшмәктәр, үҫемлектәр һәм ағастар, ҡышлаусы һәм күсмә ҡоштар, тәбиғәт үҙгәреше, һауа торошо.
  10. Баланың ижадын үҫтерегеҙ: конструктор, пластилин, балсыҡ менән эшләргә өйрәтегеҙ; тегеү, сигеү, рәсем, ағасты көйҙөреп һырлау һ.б.
  11. Баланың телмәрен үҫтерегеҙ: һөйләтегеҙ, әкиәт һөйләүҙең планын төҙөтөгөҙ, әйтем һәм йомаҡтарҙың йөкмәткеһен әйтешегеҙ, уҡырға өйрәтегеҙ, һөйләм төҙөргә ярҙам итегеҙ.

Автор

sabiryanovali@mail.ru

Похожие записи