Ата – әсәләргә тәҡдимдәр
- Баланы көн режимын үтәргә өйрәтегеҙ.
- Өйҙә уҡыусы мөйөшөн булдырығыҙ.
- Балала мәктәпкә һәм уҡытыусыларға һөйөү тәрбиәләгеҙ.
- Баланы тәртип ҡағиҙәләрен үтәргә өйрәтегеҙ, һәр уйын ҡағиҙәгә буйһонһон.
- Бала хеҙмәтте яратып үҫһен. Унда ябай ғына хеҙмәт күнекмәләре тәрбиәләгеҙ. Өйҙә уның үҙ вазифаларын билдәләгеҙ (һауыт-һаба йыуыу, өйҙө йыйыштырыу, кер йыуыу, энә, кайсы менән файҙаланыу, аш-һыу әҙерләү, өҫтәл әҙерләү, сәскәләр бағыу, бахсала ҡулынан килгән эште башҡарыу, үҙенең урынын йыйыштырыу, магазинға барыу).
- Баланың организмын сыныҡтырыу хәстәрлеген күрегеҙ (зарядка, теш таҙартыу, саңғыла, конькиҙа һәм велосипедта йөрөү, йөҙөү, ҡул тубы уйнау, шашка һәм шахматта уйнау һ.б.)
- Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәтегеҙ.
- Баланың логик фекерләүен үҫтерегеҙ, уның өсөн хисаплау ҡағиҙәләрен өйрәнегеҙ (тигеҙ, күп, аҙ, бейек, түбән, оҙонораҡ, ҡыҫҡараҡ, йоҡараҡ- ҡалыныраҡ, оло-кесе һ.б. Әйберҙең формаларын отоп алыу күнекмәләрен өйрәтегеҙ).
- Тәбиғәт менән таныштырығыҙ: йыл миҙгелдәренең алмашыуы, йорт һәм ҡырағай хайуандар, ашарға ярашлы һәм ағыулы бәшмәктәр, үҫемлектәр һәм ағастар, ҡышлаусы һәм күсмә ҡоштар, тәбиғәт үҙгәреше, һауа торошо.
- Баланың ижадын үҫтерегеҙ: конструктор, пластилин, балсыҡ менән эшләргә өйрәтегеҙ; тегеү, сигеү, рәсем, ағасты көйҙөреп һырлау һ.б.
- Баланың телмәрен үҫтерегеҙ: һөйләтегеҙ, әкиәт һөйләүҙең планын төҙөтөгөҙ, әйтем һәм йомаҡтарҙың йөкмәткеһен әйтешегеҙ, уҡырға өйрәтегеҙ, һөйләм төҙөргә ярҙам итегеҙ.
Автор
sabiryanovali@mail.ru