Минең педагогик табышым
Минең педагогик табышым.
“Бармаҡ уйындары ярҙамында балаларҙың туған телдә телмәрен үҫтереү”
Мәктәпкәсә бала саҡ осоро — ул баланың телмәре ынтылышлы үҫешкән ваҡыт. Балаларҙың телмәрен үҫтереү – иң мөһим эштәрҙең береһе. Тик балалар баҡсаһы һәм ғаилә араһында тығыҙ бәйләнеш булғанда ғына, туған телгә һөйөү һәм уны өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләп була.
Бала сабый саҡтан ук туған телдә һөйләшкәнде ишетеп үҫә. Әсәһенең йырҙары, әкиәттәре был донъяға юл аса, тормошон хис-тойғоло итә, яҡшылыҡ барлығына өмөт һәм ышаныс бирә. Әкиәттәрҙе тыңлап, бала халҡы яратҡан ҡиммәттәрҙе ярата башлай.
Туған телдә телмәр үҫтереүҙең төп мәсьәләләре — телмәр мөхитенең үҫеше, һүҙлек формалашыуы, туған телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, телмәрҙең өн мәҙәниәтен тәрбиәләү, телмәрҙең грамматик төҙөлөшөн үҫтереү, туған телдә бәйләнешле телмәр үҫеше – бөтә мәктәпкәсә йәш осоро дауамында хәл ителә.
2023 йылдың 1 сентябренән, Федераль белем биреү программаһына ярашлы, бөтә балалар баҡсаһына ла туған телдәр өйрәнеү индерелде.
Минең алдымда балаларҙың туған телдә телмәрен нисек үҫтерергә тигән проблема килеп тыуҙы. Уларҙы туған телде өйрәнергә нисек ҡыҙыҡһындырырға? Баланы үҙ телендә уй-теләктәрен иркен әйтә алырға нисек өйрәтергә?
Был проблеманы хәл итеү өсөн, миңә туған башҡорт телендә телмәрҙе үҫтерерлек, уға ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ аралашыу сараһы табырға кәрәк ине. Мин туған телде өйрәнеүҙең төрлө методтары, ысулдары менән таныштым. Бигерәк тә мине бармаҡ уйындары ҡыҙыҡһындырҙы, сөнки, үҙ тәжрибәм буйынса ла, балаларға был уйын бик оҡшай ине.
Табышымдың яңылығы шунда – ул театр тамашаһы менән телмәр күнекмәләрен үҫтереүҙе берләштерә, бармаҡ театры телде өйрәнеү процесын ҡыҙыҡлы һәм һөҙөмтәле итә.
“Баланың аҡылы — бармаҡ осонда”, — тигән билдәле педагог В. А. Сухомлинский. Бармаҡ уйындары бәләкәй моторика күнекмәләрен үҙләштерергә, телмәр үҫтерергә, баш мейеһе ҡабығының эшсәнлеген арттырырға, фекерләү, иғтибарлылыҡ, хәтер, күҙ алдына килтереү һәләте кеүек психик процестарҙы үҫтерергә ярҙам итә, борсолоуҙы бөтөрә. Бармаҡтар тиҙ генә оҫтарып китә алмай. Шуның өсөн, баланың шәхси үҙенсәлектәрен, йәшен, кәйефен, теләген һәм мөмкинселектәрен иҫтә тотоп, төрлө уйындар, күнекмәләр, бармаҡтарҙы яҙылдырыу уйындары балалар баҡсаһында һәм өйҙә көн дә үткәрелергә тейеш.
Бармаҡ уйындары
- туған телдә телмәр үҫтерергә;
- баш мейеһе ҡабығының эшсәнлеген арттырырға;
— фекерләү, иғтибарлылыҡ, хәтер, күҙ алдына килтереү һәләте кеүек психик процестарҙы үҫтерергә;
— борсолоуҙы бөтөрөргә;
— яҡындар менән шатлыҡлы аралашыу мәлдәре булдырырға ярҙам итә.
Бармаҡ уйындары түбәндәгеләргә бүленә:
-бармаҡтар менән уйындар;
— әкиәттәр, күңел асыу шиғырҙары ҡулланылған бармаҡ уйындары;
— бәләкәй предметтар ҡулланылып уйналған бармаҡ уйындары;
— предметтарҙы бармаҡтар менән күрһәтеү.
Япон мәҡәлендә былай тип әйтелә: “Һөйләһәң – мин ишетермен, күрһәтһәң – иҫемдә ҡалыр, минән эшләтеп ҡараһаң – мин аңлармын” Ысынлап та, бармаҡ гимнастикаһы ошо 3 принципҡа тулыһынса яуап бирә: “Ишетәм. Күрәм. Эшләйем”.
Үҙемдең эшемде методик әҙәбиәт менән танышыуҙан башланым һәм башҡорт телендә бармаҡ уйындары картотекаһы булмау проблемаһына юлыҡтым. Шуға күрә, йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, бармаҡ уйындары картотекалары төҙөү мәсьәләһе тыуҙы.
Ғалимдарҙың тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, баланың телмәр үҫеше кимәле туранан-тура бармаҡтарҙың хәрәкәте формалашыуы менән бәйләнгән. Бәпестең бармаҡ хәрәкәттәре актив һәм теүәл булһа, уның теле тиҙерәк асыла.
Педагогик табышымдың маҡсаты – йәш үҙенсәлектәренә ярашлы туған телде һаҡлау, бармаҡ уйындары ярҙамында һөйләү телмәрен үҫтереү.
Мәсьәләләр:
- бармаҡ уйындары ярҙамында балаларҙың туған телдә телмәрен үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыу;
- бармаҡ уйындары ярҙамында туған телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу;
3. туған телде өйрәнеүҙә Һәр балала телмәр күнекмәләре һәм оҫталығы формалаштырыу;
4. бармаҡ уйындары, бармаҡ театры, уларҙың төрҙәре тураһында балаларҙың белемдәрен байытыу;
5. тәрбиәләнеүселәрҙең эмоционаллеген үҫтереүҙә булышлыҡ итеү;
6. өлкәндәр һәм тиҫтерҙәре менән аралашыу процесында ихласлылыҡ тәрбиәләү;
7. бармаҡ уйындары нигеҙендә туған телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу үҫтереүҙе ата-әсәләр менән берлектә алып барыу.
Сифатлы белем биреү һөҙөмтәләренә ирешер өсөн, бармаҡ уйындары ҡулланып, тәрбиәләнеүселәрҙең телмәрен үҫтереү алгоритмы эшләнде. Ул балалар менән үҙ-ара эш итеүҙең 3 этабынан тора.
Был этап сиктәрендә:
— балаларҙың телмәрен үҫтереү буйынса педагогик әҙәбиәт өйрәнеү;
-бирелгән тема буйынса дидактик, иллюстратив һәм мәғлүмәти материалдар эшкәртмәләре төҙөү ҡаралған.
Тәүҙә мин балалар өсөн психологик комфортлы белем биреү мөхите булдырырға тырыштым. Бының өсөн тулыһынса психик үҫеш өсөн мөһим моменттарҙы: эйәләшеү формалашыуы, үҙ-үҙеңде яҡшы тойоу, кешеләргә ҡарата ышаныс, инициативалылыҡты һәм ҡыҙыҡһыныусанлыҡты үҫтереүҙе иҫәпкә алдым.
Шуның өсөн:
— тәрбиәләнеүселәремдең йәш һәм шәхси үҙенсәлектәренә тап килеүсе формалар һәм ысулдарҙы ғына ҡулландым;
— белем биреү эшмәкәрлегендә бала тик яҡшы эмоциялар ғына алһын өсөн, дәртләндереү, маҡтау кеүек педагогик алымдар ҡулландым.
Был эштәр баланың үҙен, туған телдә телмәрен асыуҙы активлаштырҙы.
Төркөмдә мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү өсөн үҫеш предмет-арауыҡ мөхите байытылды.
— ҡағыҙҙан эшләнгән бармаҡ театры,
—“Ҡурсаҡбаш” бармаҡ театры,
— ағастан эшләнгән бармаҡ театры,
— ҡалдыҡтарҙан һәм тәбиғи материалдарҙан эшләнгән бармаҡ театры,
— фетрҙан эшләнгән бармаҡ театры,
— туҡыманан эшләнгән бармаҡ театры,
— бәйләнгән бармаҡ театры,
— Би-ба-бо ҡурсаҡтары,
-тыпылдауыҡ ҡурсаҡтар театрҙарынан тора.
Сан Пин талаптары буйынса, бөтә театр ҡурсаҡтары даими таҙартылып торорға тейеш. Шуға күрә тартмала театр персонаждары менән бергә бер тапҡыр ҡулланыла торған бирсәткәләр ята — бәләкәстәр быны белә.
Ата-әсәләр менән берлектә, башҡорт телендә, йәш үҙенсәлектәренә ярашлы, бармаҡ уйындары картотекаһы төҙөнөк.
Шулай итеп, һәр баланың туған телен үҫтереү өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылды, төркөмдә психологик уңайлылыҡтар булдырылды.
Бирелгән тема буйынса белем биреү процесы беҙҙең мәктәпкәсә йәштәге белем биреү учреждениеһында ҡулланылған ДО ФОП, төп белем биреү программаһына ярашлы, минең тарафтан уҡыу-методик комплекты менән тәьмин ителде.
: Комплектҡа:
1. комплекслы-тематик планлаштырыу,
2. бармаҡ уйындары менән ойошторолған белем биреү эштәре конспекттары,
3. бармаҡ уйындары картотекаһы, төрлө йәштәге балалар өсөн тәғәйенләнгән әкиәттәргә нигеҙләнгән бармаҡ уйындары,
4. күңел асыу, сәхнә уйындары сценарийҙары,
5. башҡорт телендә сәхнәләштереү өсөн әкиәттәр сценарийҙары,
6. тема буйынса иллюстратив һәм демонстратив материалдар,
7. ата-әсәләр һәм педагогтар өсөн белем биреү эшмәкәрлегендә бармаҡ уйындары ҡулланыу буйынса кәңәштәр яҙылған буклет инә.
Икенсе этапта кескәйҙәрҙә эш итеү ысулдарын формалаштырыу кәрәк ине. (нисек эшләргә өйрәтеү) Эш итеү ысулдары телмәр күнекмәләре һәм оҫталыҡтарын формалаштырыуға, бармаҡ уйындарын сәхнәләштереүҙең ябай миҫалдарын төҙөүгә йүнәлде.
Был этапта балаларҙың телмәр байлығы туплана барҙы. Был балаларҙың бармаҡ уйындары һәм күнекмәләре, сәхнә уйындары барышында алған тәьҫораттар, белем, оҫталыҡтарын байытыуға килтерҙе.
Ата-әсәләр менән берлектә төрлө саралар әҙерләнеп үткәрелде, үҫеш мөхите йыһазландырылды, бармаҡ уйындары һәм спектаклдәре өсөн атрибуттар һәм әсбаптар әҙерләнде.
Ата-әсәләр өсөн:
— “Бәләкәстәргә фольклор уйындар”, “ Балаларҙың туған телмәрен үҫтереүҙә предметлы ғәмәлдәрҙең роле”, “Өйҙә ҡурсаҡтар менән дидактик уйындар”, “Баланың бәләкәй моторикаһын үҫтереү” темаларына консультациялар;
— “Баланың туған телдә телмәрен үҫтереү өсөн бармаҡ уйындары” тип аталған оҫталыҡ класы;
— асыҡ дәрестәр үткәрелә.
Педагогик табышымды тормошҡа ашырыу: икенсе этап мәсьәләләрен өсөнсө йыл тормошҡа ашырам.
Балаларҙың телмәрендә ыңғай динамика күҙәтелә тип әйтә алам. Үҙемдең күҙәтеүҙәремдән, диагностик биремдәрҙең һөҙөмтәләренән сығып әйтә алам: кескәйҙәр хәрәкәттәрҙе әүҙем ҡабатлайҙар, таныш әкиәттәрҙәге диалогтарҙы һөйләргә тырышалар. Йәш үҙенсәлектәренә ярашлы, уларҙа һөйләм һулышы, ишетеү иғтибары, телмәр темпы кеүек дөйөм телмәр оҫталығы формалашҡан. Балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән мине тыңлайҙар, бармаҡ театры һәм бармаҡ уйындары ваҡытында ыңғай эмоциялар кисерәләр.
Өсөнсө этапта тәрбиәләнеүселәрҙән, ололар өлгөһөн ҡулланмай, үҙ аллылыҡ һәм инициатива талап итә торған эшмәкәрлелек ойоштороу мөһим.
Педагогик табышты ҡулланыу процесында тәрбиәләнеүселәрҙең туған телдәге телмәрҙәрендә ыңғай динамика күҙәтелә. Телмәрҙәрендә бәйләнешлелек, тасуирилыҡ артты, һүҙлек запасы байыны, коммуникатив һәләттәре үҫте. Балалар эмоцияларын әйтеп бирә беләләр, башҡаларҙың эске кисерештәрен аңлайҙар. Уларҙа сәнғәттең бер төрө булған театрға , туған телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу артты.
Бармаҡ уйындары арҡаһында кескәйҙәрҙең эмоциональ даирәһе үҫешә, киңәйә һәм ысынбарлыҡта ла, хыялда ла уларҙың хеҙмәттәшлек тәжрибәһе байый.
Эшмәкәрлектең был төрө мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың туған телдә телмәре үҫеше кимәленә ыңғай йоғонто яһай һәм шәхси һәм йәш үҙенсәлектәрен, ФГОС ДО шарттарын тормошҡа ашырыуҙы иҫәпкә алып, дөрөҫ методик әҙәбәиәт ҡулланып, ошо йүнәлештә эшләгән коллегалар менән тәжрибә уртаҡлашып эшләүҙе күҙаллай, тигән һығымта яһарға була.
Үҙ эшемде ары ла дауам итергә планлаштырам, сөнки туған телдә телмәрҙе үҫтереүҙә бармаҡ уйындары иң уңышлы сараларҙың береһе, тип иҫәпләйем. Киләсәктә театр эшмәкәрлеге мөйөшөн урта һәм өлкән төркөмдәргә бармаҡ театры һәм бармаҡ уйындары өсөн яңы персонаждар менән байытыуҙы дауам итергә уйлайым.
Бөтә мәсьәләләр ҙә уңышлы хәл ителер, тип өмөтләнәм.
Автор
sabiryanovali@mail.ru